17 июндә республикала Медицина хеҙмәткәре көнө билдәләнәсәк.
Байрам саралары баш ҡаланың алты залында 10:00 сәғәттә башланасаҡ, унда Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре федераль һәм республика наградалары менән бүләкләнәсәк.
Тантаналар республиканың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында (Пушкин урамы, 106); Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле залында ( Зәки Вәлиди урамы, 34а); Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры залдарында (Ленин урамы, 5); Башҡорт дәүләт медицина университетының 10-сы корпусында (Театраль урам, 2), Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай залында (Зәки Вәлиди, 40) үтәсәк.
12:00 сәғәттә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда медицина ойошмаларының һәм медицина университетының ижади коллективтары сығыш яһай башлаясаҡ.
13:00 сәғәттә Медицина хеҙмәткәрҙәре парады башлана, унда Башҡортостандың барлыҡ медицина округтары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Парад Зәки Вәлиди урамы буйлап Салауат Юлаев (Конгресс-холл) майҙанына тиклем барасаҡ.
“Торатау” Конгресс-холы амфитеатрында (Ҙур сәхнә) 14:30 сәғәттә Башҡортостан Республикаһы Башлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә төрлө наградалар тапшырасаҡ.
Тантаналы сара республика йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур байрам концерты менән тамамланасаҡ.
Был көндә Башҡортостандың юлдаш каналы тура эфирҙа телемарафон ойошторасаҡ, ул 9:30 сәғәттә башлана.
Парад барғанда, 17 июндең 13.00 – 17.00 сәғәттәрендә киләһе урам өлөштәрендә хәрәкәт сикләнәсәк:
- З.Вәлиди урамы буйынса Советская урамынан Ғафури урамына тиклем;
- “Ватан” этнопаркына төшкән юл (түбәнге майҙан);
- Hilton Garden отеленә килгән юл.
Был мәлдә йәмәғәт транспорты маршруттарына ла үҙгәрештәр индереләсәк. Шуға күрә ҡалала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар маршруттарын алдан хәстәрләүе һорала.
Фото: health.bashkortostan.ru