Улар, һис шикһеҙ, ошондай ҙур иғтибарға һәм ололауға, хөрмәт һәм юғары баһалауға лайыҡ! Бөгөн республикабыҙҙа Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнөң киң билдәләнеүе ғәжәп тә түгел, йылдан ашыу барған пандемия осоронда беҙ аҡ халатлыларҙың ни тиклем ҡәҙерле, мөһим профессия кешеләре икәнен күңелебеҙ менән тойҙоҡ һәм уларға ышандыҡ.
Ошо ҡатмарлы осорҙа күҙгә күренмәгән дошман менән көрәштә алғы һыҙыҡта барған табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар күпме кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалғандыр ҙа, күпмеһе өсөн йәшәүгә өмөт уятырлыҡ иң дөрөҫ һүҙҙәрҙе таба алғандыр... Заманыбыҙҙың маҡтауға лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары тураһында киләсәктә иҫтәлектәр, әҫәрҙәр яҙылыр, фильмдәр, ташырыуҙар төшөрөлөр, ә әлегә аҡ халатлыларҙың бер өлөшө ғәҙәттәге көсөргәнешле эштәренән бушап, медицина хеҙмәткәрҙәре парадына сығырға әҙерләнә. Ул ябай сара түгел, ә берҙәмлекте, ныҡлыҡты, ышанысты сағылдырған һөнәр эйәләренең парады. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән 650 медицина хеҙмәткәре ошо күркәм сарала ҡатнашасаҡ.
Байрам саралары баш ҡалабыҙҙың алты майҙанында дауам итә. Иң лайыҡлыларҙы федераль һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Был тантаналы ваҡиғаны тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телеканалы аша күҙәтә алаһығыҙ. Байрам сараларын артабан да яҡтыртасаҡбыҙ һәм геройҙар менән таныштыра барасаҡбыҙ.