Бөгөн Медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы алдынан Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына наградалар тапшырҙы. Ул республиканың бөтә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлап, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Был байрам көнөндә бөтә республика халҡы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән, шәхсән үҙемдән һеҙҙең эшегеҙ, профессия һайлауҙа ҡыйыулығығыҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Һөнәрегеҙ тәрән белем, ә иң мөһиме, даими фиҙакәрлек талап итә. Бер тапҡыр ошо профессияны һайлап, бөтә ғүмерегеҙ буйына граждандарыбыҙҙың һаулығы һәм ғүмере өсөн көрәштең алғы һыҙығында ҡалаһығыҙ,” - тине етәксе.
Андрей Назаров пандемия осоронда эшләгән табип һәм шәфҡәт туташтарының ролен айырыуса юғары баһаланы.
“Былтырғы ябай булмаған коронавирус эпидемияһы менән бәйле осор, шулай уҡ быйылғыһы ла, һеҙгә ҙур профессиональ һәм әхләҡи көсөргәнеш һала. Әммә был тағы ла бер тапҡыр Башҡортостанда юғары профессионаллеккә эйә булыуҙан тыш, бай рухлы иң яҡшы медицина хеҙмәткәрҙәре эшләүен иҫбатлай. Йыш ҡына рухи ярҙам да бик мөһим, - тине Андрей Назаров һәм артабан да Хөкүмәттең тармаҡҡа ярҙам итәсәгенә ышандырҙы.
“Беҙ республикала һаулыҡ һаҡлау тармағының техник базаһын нығытыу, уның кешелек алдында торған һынауҙарға әҙер тороуы, һеҙҙең заманса ҡорамалдарҙа уңайлы шарттарҙа хеҙмәт итеүегеҙ өсөн барыһын да эшләйбеҙ,” - тине Премьер-министр.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.