16 июндән алып Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған саралар башланды. Бөгөн иһә Өфөлә икенсе тапҡыр Медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтте.
Байрам уңайынан, айырыуса Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәрен – табиптар, фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар һәм башҡаларҙы байрамдары менән ҡотланы.
“Һеҙгә еңел булмаған хеҙмәтегеҙ, профессионализмығыҙ, һиҙгерлегегеҙ һәм кешеләргә ярҙам итергә әҙер булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Айырыуса, коронавирус пандемияһы осоронда беҙ һаулыҡ һаҡлау тармағы эшсәндәренең иң яҡшы һөнәри һәм кешелеклелек сифаттарын күрһәтеүе шаһиты булдыҡ, һеҙ ауыр сир менән көрәштә алғы һыҙатта булдығыҙ. Кешеләрҙе ҡотҡарған саҡта һәләк булған табиптар алдында баш эйәм.
Республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә. Юҡҡа ғына 2021 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителмәне. Федераль һәм республика программалары сиктәрендә инфраструктура яңыртыла, юғары технологиялы ҡорамалдар индерелә, яңы ФАП-тар төҙөлә, санавиация үҫешә, диспансеризация ойошторола, күсмә үҙәктәр һәм һаулыҡ поездары ебәрелә.
Тик был сараларҙың бөтәһендә лә мөһим ролде кеше факторы үтәй. Ниндәй генә заманса ҡорамал булмаһын, кешеләрҙе тәү сиратта табиптар дауалай. Башҡортостанда беҙ медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн саралар күрәбеҙ, шул уҡ ваҡытта уларға уңайлы шарттар булдырыу өсөн әле күпте башҡарырға кәрәк.
Миңә тармаҡ проблемалары шәхси сәбәптәр буйынса ла яҡын – өлкән ҡыҙымдың был профессияны һайлауы һәм табип булып китеүе менән ғорурланам. Был миңә һаулыҡ һаҡлау спецификаһын эстән белеү мөмкинлеге бирҙе. Һәм мин артабан да ҡануниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегемдә медицина хеҙмәткәрҙәре хәлен яҡшыртыу эшендә булышлыҡ итергә йыйынам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, күңел тыныслығы, ҡыуаныстар һәм еңел булмаған, әммә бик мөһим эшегеҙҙе лайыҡлы баһалауҙарын теләйем”, – тиелә уның ҡотлауында.