Бөгөн Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған парад үтте. Ул быйыл икенсе тапҡыр үҙғарыла.
Тантаналы сарала республиканың төрлө райондарынан килгән 650 табип һәм шәфҡәт туташтары ҡатнашты. Аҡ халатлыларҙың колоннаһы Зәки Вәлиди урамы буйлап Башҡорт дәүләт драма театрынан “Торатау” конгресс-холына тиклем үтте. Сара бөтә санитар – эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеп ойошторолдо. Уға тиклем Башҡорт дәүләт драма театры майҙансығында медицина ойошмаларының ижади коллективтары сығыш яһап, байрам кәйефен өҫтәне.
Барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, рухи ныҡлыҡ теләйбеҙ!