Сәләмәт булайыҡ
17 Июнь 2021, 18:50

"Прививка яһатмаған кеше йәмғиәттә хәүеф тыуҙыра"

Башҡортостан Башлығы төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штабтың сираттан тыш ултырышын уҙғарҙы.

Бөгөн, 17 июндә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штабтың сираттан тыш ултырышын уҙғарҙы.
Унда ҡатнашыусылар республикала коронавирус йоҡторғандарҙың һаны кинәт артыуы күҙәтелмәгәнен билдәләне, әммә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы, Мәскәү өлкәһендәге һәм башҡа төбәктәрҙәге хәл ҡәһәрле сирҙең яңы тулҡыны килеүен иҫбатлай, тине.
– Беҙ COVID-19 вирусынан мотлаҡ вакцинациялау мәсьәләһен ҡуймайбыҙ. Был уйланылған һәм үҙ иркең менән ҡабул ителгән ғәмәл булырға тейеш. Әммә беҙгә, дәүләт хеҙмәтендә эшләгән кешеләргә, прививканың файҙаһын үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтеү зарур, сөнки пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле юлы – вакцинациялау. Прививка яһатмаған кеше йәмғиәттә хәүеф тыуҙыра. Иртәгә беҙ кешеләр нисек мәҙәниәт, спорт, йәмәғәт туҡланыуы урындарына бара аласағын һәм транспортта йөрөйәсәген, ҡайҙан прививка эшләтеү хаҡында белешмә алып булғанын, вакцинациялауҙы башлағандарға нимә эшләргә кәрәклеген аныҡ аңлатасаҡбыҙ. 21 июндән битлек режимы көсәйтеләсәк. Санитар ҡағиҙәләрҙе боҙғандарҙы штраф көтә, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе иртәгә иртәнсәк 8.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, "Роспотребнадзор"ҙың төбәктәге идаралығы етәксеһе Анна Казак, дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов ҡатнашлығында махсус брифинг үткәрергә һәм көнүҙәк һорауҙарға яуаптар бирергә ҡушты.
Ошондай уҡ брифингтар муниципалитеттарҙа 12.00 һәм 13.00 сәғәттәрҙә үтәсәк.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас