Сәләмәт булайыҡ
18 Июнь 2021, 17:30

Билеттарҙы кире ҡабул итәсәктәр

Әминә Шафиҡова: "Беҙҙең мәҙәниәт учреждениеларына килгән кешеләр ҡурсаулы булырға тейеш".

17 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, 22 июндән граждандар музейҙарға, күргәҙмә залдарына, китапханаларға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, концерт залдарына, мәҙәниәт йорттарына вакцинация үтеү тураһындағы белешмә булғанда ғына инә ала.
Шулай уҡ, беренсе компонентты алғандан һуң, COVID-19 вирусына ҡаршы вакцинациялауға ҡаршы шәхси сикләүҙәр булғанда, ПЦР анализы кире икән, йәмәғәт урындарына барырға мөмкин.
Мәҙәниәт уреждениеларына ингәндә контролерҙар билет менән бергә белешмәләрҙе лә тикшерәсәк. "Бөгөн ижади коллективтарыбыҙ иңенә ҙур яуаплылыҡ ятты, сөнки кешеләр менән эшләйбеҙ. Беҙҙең учреждениеларға килгән кешеләр ҡурсаулы булырға тейеш. Улар менән мәғлүмәти эш алып барасаҡбыҙ. Мөһим үҙенсәлек: кешеләр билеттарын кире тапшыра икән - ҡабул итәсәкбеҙ", - тине республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Был сикләүҙәр балаларға ҡағылмай.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас