Бөгөн, 18 июндә, Башҡортостан юлдаш каналында, 8.00 сәғәттә тура эфирҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, төбәк буйынса Роспортребнадзор идаралығы етәксеһе Анна Казак, дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов ҡатнашлығында төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән махсус брифинг үтте, белгестәр төрлө көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
Анна Казак белдереүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр һаны арта, әммә әлегә баш дәүләт санитар табибының ошоға бәйле ҡаты сикләүҙәр һәм мотлаҡ вакцинациялау индереүенә нигеҙ юҡ.
Белгестәр Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы, Мәскәү өлкәһендәге һәм башҡа төбәктәрҙәге киҫкен хәл ҡәһәрле сирҙең яңы тулҡыны килеүен иҫбатлай тине. Шулай уҡ, йәй айҙарында халыҡтың әүҙем миграцияһы күҙәтелеүен иҫәпкә алып, иҫкәртеү сараларын күреү мотлаҡ. Анна Казак әйтеүенсә, бөгөн коронавирус менән сирләү кимәле буйынса республика ағымдағы йылдың апрель айындағы күрһәткестәренә ҡайтҡан.
Ә былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 2020 йылда был ваҡытта Башҡортостанда сирләүселәр һаны түбәнерәк булған.
– Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәмғиәттәге былтырғы хәл бөтөнләй икенсе ине: яңы вирус төплө өйрәнелмәгәнлектән, дауалау алымдары аныҡ ҡына билдәләнмәгәнлектән халыҡ хәүефләнеү кисерҙе һәм санитар талаптарҙы теүәл үтәне.
Медицина хеҙмәткәрҙәре лә профессиональ йәһәттән юғары әҙерлекле ине. Хәҙер иһә беҙ халыҡтың иркенләп китеүен, үлемесле сиргә әһәмиәт бирмәүен, санитар талаптарҙы инҡар итеүен күҙәтәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бик аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал, сөнки вирус бер ҡайҙа ла китмәне. Беҙ хәлдең насарайыуына әҙербеҙ, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.
Унан алда ведомство коронавирус менән сирләгәндәргә өҫтәмә рәүештә 500 койка-урын булдырыла, тип хәбәр иткәйне. Күрһәткестәргә килгәндә, 17 июнгә ҡарата республикала сирләүселәрҙең дөйөм һаны – 39756, һуңғы тәүлектә 100 кешелә вирус асыҡланған. Пандемия башланғандан бирле был сирҙән 552 кеше вафат булған, шул иҫәптән һуңғы тәүлектә – өс кеше.
Шулай уҡ белгестәр республика райондарында вакцинациялауҙың мобиль пункттары барлыҡҡа килеүе ихтимал тине. Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта төбәктә 178 вакцинациялау пункты бар, шул иҫәптән Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, "Планета”, "Башҡортостан" һәм Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” сауҙа үҙәктәрендә COVID-19-ҙан мобиль вакцинациялау пункттары эшләй.
Максим Забелин әйтеүенсә, райондарҙа мобиль пункттар булдырыу өсөн матди-техник базаны анаизлау мөһим, сөнки вакцинаны һаҡлау өсөн махсус шарттар талап ителә.
“Мәҫәлән, "Спутник V" препараты фәҡәт минус 18 градуста һаҡланырға тейеш. Был – вакцинаның хәүефһеҙлеген һәм һөҙөтәлелеген тәьмин итә”, – тине министр.