Бөгөн Хөкүмәттә республиканың сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинациялау мәсьәләләре ҡаралған кәңәшмә үтте. Уны Премьер-министр Андрей Назаров уҙғарҙы.
Ул 17 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм "Роспотребнадзор"ҙың төбәктәге идаралығы вәкилдәре ҡатнашлығында республика штабы ултырышы үткәргәнен билдәләне. Етәксе илдә сирҙәр артыуына бәйле, власть органдары тарафынан "Роспотребнадзор" менән берлектә инфекцияның таралыуына юл ҡуймау өсөн өҫтәмә саралар күрелеүе тураһында белдерҙе.
“Өсөнсө тулҡын”дың сираттағы “локдаун”ға килтереүе ихтимал. Әгәр ауырыуҙар һаны артыуын дауам итһә, беҙҙең предприятие-ойошмалар эшен сикләү кәрәклеге менән осрашыуыбыҙ мөмкин", - тине Андрей Назаров һәм пандемияны еңеүҙә иң тәьҫирле ысулдың вакцинация булыуын билдәләне.
"Бары прививка ярҙамында ғына коронавирусты еңә аласаҡбыҙ. Эпидемия менән бәйле ябай булмаған ваҡыт эре предприятиелар етәкселәре иңенә ҙур яуаплылыҡ һала. 150 меңдән ашыу кеше хеҙмәт иткән һеҙҙең коллективтар сәнәғәттәге эшсе көстөң төп өлөшөн тәшкил итә. Предприятиеларҙа вакцинацияның нисек үтеүенән республикалағы бөтә прививка кампанияһының уңышы тора", - тине ул, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикаға 464 640 доза вакцина килтерелгән. 18 июнгә беренсе компонент менән 418 145 кеше прививкаланған, вакцинацияны тулыһынса 339 816 кеше алған.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.