Сәләмәт булайыҡ
18 Июнь 2021, 10:30

“Прививканан баш тартыу иҡтисади көрсөккә килтерәсәк”

Рөстәм Ишмөхәмәтов кемдеңдер прививка яһатмаҫҡа хоҡуғы булһа, башҡаларҙың сирҙе йоҡтормаҫҡа хаҡы булыуын иҫкә төшөргән.

Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов республика халҡын вакцина яһатырға саҡыра. Уның фекеренсә, прививканан баш тартыу бөтәбеҙҙә лә кире сағылыш табасаҡ.
“Прививка яһатмаһаҡ, кемдер үләсәк, кемдер ауырып, һаулығы өсөн ауыр эҙемтәләр аласаҡ. Хатта ауырыуҙы эләктермәгәндәр йәки вирусҡа бирешмәгәндәр өсөн дә еңел булмаясаҡ. Сөнки хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың бер өлөшөн юғалтыу менән тәрән иҡтисади һәм социаль көрсөк башланасаҡ. Ул вирустан ҡурҡынысыраҡ проблемалар килтерәсәк. Был саҡта бер кемгә лә яҡшы булмаясаҡ", - тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
Рөстәм Ишмөхәмәтов прививканың ирекле булыуын билдәләгән, шул уҡ ваҡытта кемдеңдер прививка яһатмаҫҡа хоҡуғы булһа, башҡаларҙың да сирҙе йоҡтормаҫҡа хаҡы булыуын иҫкә төшөргән.
“Һеҙҙең үҙегеҙҙә сир билдәләрен күрмәүегеҙ , әммә шул уҡ ваҡытта вирусты йөрөтөүсе булыуығыҙ ихтимал. Битлек режимы, үкенескә ҡаршы, күҙәтелмәй. Уны тәү сиратта вирусты йоҡторорға ҡурҡҡан кеше түгел, ә кемдең йоҡтороуы мөмкин, шул кейергә тейеш. Ҡағиҙә булараҡ, тап шулар битлекте кеймәй ҙә инде. Магазиндарҙа, йәмәғәт транспортында ғәмәлдә бөтәһе лә битлекһеҙ,” - ти парламент вице-спикеры.
Рөстәм Ишмөхәмәтов шулай уҡ вакцинация буйынса дөйөм донъя статистикаһына анализ яһаған. Әле рейтинг лидерҙары рәтендә Сейшель утрауҙары (72%), Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (66%) килә. Рәсәй - 69-сы урында (халыҡтың ни бары 9 проценты прививкаланған).
“Коронавирустан тәүге вакцинаны әҙерләп етештергән ил өсөн был - бик түбән күрһәткес, - тип иҫәпләй ул. - Беҙҙең илдә вакцинациялауҙың түбән кимәлдә булыу проблемаһы иҡтисад, медицина мәсьәләһе менән бәйләнмәгән, ә менталлек менән бәйле".

Парламентарий үҙе март айында прививка яһатҡан һәм башҡаларҙы ла вакцина ҡаҙатырға саҡыра.

Фото: шәхси архивтан.
Читайте нас