Башҡортостан
+24 °С
Ямғыр
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2021, 13:15
Алдағы көндәрҙә республиканы ниндәй үҙгәрештәр көтә?
Был һорауға яуапты бөгөн 19.00 - 20.00 сәғәттәрҙә алырһығыҙ. Барыһы хаҡында - яҙмала.
Бөгөн 19.00 сәғәттә “Рәсәй-24 Башҡортостан” телеканалында махсус сығарылыш күрһәтеләсәк. Уның төп темаһы – республика Башлығы Радий Хәбировтың юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индереүе.
Сәғәт дауамында алып барыусылар Владимир Беспалько һәм Надежда Марьина “Алдағы көндәрҙә республиканы нимә көтә? Сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға һәм кинотеатрҙарға барыу өсөн нимә талап ителә?”, “Уларҙы нисек алырға?”, “Ауырыған саҡта нимә эшләргә?” кеүек һорауҙарға асыҡлыҡ индерәсәк. Яуаптарҙы министрлыҡтар, ведомстволар етәкселәре, иҡтисадсылар, юристар, эксперттар бирәсәк.
Журналистар Өфөләге вакцина яһатыу пункттарынан тура бәйләнешкә сығасаҡ.
Сираттарҙы кәметеү маҡсатында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы өҫтәмә персонал йәлеп итә, яңы вакцина яһау пункттары асырға планлаштыра. Теләгәндәргә дүшәмбенән электрон сиратҡа яҙылырға мөмкин.
Эфирҙың тура трансляцияһын 19.00 - 20.00 сәғәттә “Рәсәй 24” каналы сайты аша ла (
https://gtrk.tv/rossiya-24-bashkortostan)
ҡарарға мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, ru.dreamstime.com
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"