Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, өфөләр вакцина яһатыу өсөн “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә, Башҡорт опера һәм балет театрында урынлашҡан мобиль пункттарға юл алды. Социаль селтәрҙә шаһиттар фотолары менән уртаҡлаша, иртән иртүк кешеләрҙең сиратҡа баҫҡаны тураһында хәбәр итә.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле беҙҙә эпидемиологик хәл башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда тотороҡлораҡ, әммә тынысланыу өсөн нигеҙ юҡ. Ваҡиғаның үҙгәреп китеүенә әҙер булырға тейешбеҙ. Башҡортостан Башлығы ошо маҡсатта коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса указға үҙгәрештәр индерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, вакцинация пункттары Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы эре сауҙа үҙәктәрендә, поликлиникаларҙа эшләй. Хеҙмәт коллективтарына күсмә вакцинация ойошторола.