Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2021, 17:30

Халыҡ сиратта тормаһын өсөн

Өфөлә прививка эшләтеү өсөн яңы пункттар асыла. Уларҙың адресы, ҡабул итеү ваҡыты - яҙмала.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Евгений Кустов вакцина эшләтергә теләгәндәрҙең күп булыуы тураһында белдерҙе.
“Вакцинация уҙғарыу өсөн мобиль пункттар эшен көсәйттек. Элек улар ял көндәрендә 16.00 сәғәткә тиклем эшләһә, хәҙер республиканың бөтә амбулатория поликлиникаларында 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ. Барлыҡ вакциналар һөҙөмтәле, файҙалы - пунктта булғанын яһатырға тәҡдим итәбеҙ”, – тип белдерҙе Евгений Кустов.
Шәмбе сират хасил булыуына бәйле, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эште яйға һалыу өсөн өҫтәп хеҙмәткәрҙәр ебәрҙе.
“Ял көндәрендә, ысынлап та, вакцина эшләтергә теләгәндәр һаны артты, шуға ла сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа сират хасил булды. Сиратта торорға теләмәгәндәргә ял көндәрендә алмаш тәҡдим итәбеҙ: “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә прививка яһатырға йыйынғандар 46-сы поликлиникаға – Софья Перовская урамындағы 38-се йортта урынлашҡан – 08.00 - 20.00 сәғәттәрҙә алдан яҙылыуһыҙ мөрәжәғәт итә ала. “Мега” һәм “Планета” сауҙа үҙәктәрендә ҡаланың поликлиникаларына уңайлы ваҡытҡа яҙылырға мөмкин. Үҙең менән паспорт, СНИЛС, ОМС полисы булырға тейеш”, – тип асыҡлыҡ индерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Таһир Ғизәтуллин.
Яҙылыуҙың бер нисә ысулы бар:
– “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы (https://www.gosuslugi.ru/) аша;
– “К врачу” мобиль ҡушымтаһы йәки “Доктор Башкортостана” республика порталында (https://doctor.bashkortostan.ru/);
– Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы колл-үҙәгенең берҙәм телефоны аша: 122 (доп.1);
– поликлиникаларҙың теркәү хеҙмәттәре аша: үҙең барып йәки телефон аша мөрәжәғәт итергә.
Бынан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә вакцинация буйынса яңы пункттар асыла:
– “Простор” һәм “Каруанһарай” сауҙа үҙәктәрендә 21 июндән алып дүшәмбенән йомаға тиклем 13.00 - 20.00 сәғәттәрҙә, йәмбе һәм йәкшәмбе (байрам көндәрендә лә) 10.00 - 19.30 сәғәттәрҙә;
– “Үҙәк” сауҙа комплексында 22 июндән башлап дүшәмбенән йомаға тиклем 13.00 - 20.00 сәғәттәрҙә, йәмбе һәм йәкшәмбе (байрам көндәрендә лә) 10.00 - 19.30 сәғәттәрҙә.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас