Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы көрәш маҡсатында сикләү саралары индерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров 17 июндә юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары ошоға бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Дәүдәт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин:
“Коронавирусҡа ҡарата хәл илдә һәм донъяла ҡапыл киҫкенләште. Белгестәр фаразлауынса, әгәр ҙә хәҙер ковидҡа ҡаршы саралар көсәйтелмәһә, ауырыу йоҡторғандар көндән-көн артасаҡ. Был осраҡта һаҡланыу сараларының береһе вакцинация булып тора. Ул ирекле, әммә беҙ прививканың кешене коронавирустың ауыр, үлемесле эҙемтәләренән аралаясағын яҡшы аңларға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта вакцина коллектив ҡаршы тороусанлыҡты булдырыу өсөн мөһим. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, коронавирус таралыу хәүефе булғанға, юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Эйе, етди сикләүҙәр индерелә, әммә ҡулығыҙҙа “COVID-2019”ға ҡаршы вакцина эшләтеүегеҙ йә ПЦР-ға тестың кире һөҙөмтәһе, йәки коронавирустан прививка эшләтеү ярамағанлығы тураһында медицина справкаһы булғанда, һеҙ төрлө урындарға барыу, теләгән тауарығыҙҙы, хеҙмәтте алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. Был талаптар былтырғы кеүек ауыр хәл тыуҙырмау өсөн мотлаҡ һәм ваҡытлыса индерелә”.
Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров:
“Пандемия башланған саҡта уҡ күптәр уны етди ҡабул итмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсе һабаҡ алдыҡ: эргәһендә коронавирус менән ауырымаған бер Рәсәй кешеһе лә ҡалмағандыр. Кемдәрҙелер беҙ мәңгегә юғалттыҡ. Икенсе тулҡында инде юғалып ҡалманыҡ: ҡорбандар аҙыраҡ булды, тиҙ дауалай алдыҡ. Өсөнсө тулҡынды ла әҙерлек менән ҡаршылайбыҙ. Социаль арауыҡ һаҡларға, битлектәр кейергә өйрәндек. Һәм хәҙер иң мөһиме – вакцинация. Беҙ ярҙамсыларым командаһы менән прививка эшләттек, башҡаларҙы ла ошо өлгөнө ҡабатларға саҡырабыҙ. Вакцинация – ауырыуҙың таралыуына юл ҡуймау йәһәтенән һөҙөмтәле сара. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!”