Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2021, 15:30

Министр рәхмәт белдерҙе

"Халыҡтың көтөүенә юл ҡуймау, сиратты булдырмау маҡсатында, вакцина эшләтеү өсөн яңы пункттар асырға планлаштырабыҙ".

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцинацияға әүҙем ҡушылғаны өсөн халыҡҡа социаль селтәр аша рәхмәт белдерҙе.
“Барығыҙға ла әүҙем гражданлыҡ ҡарашығыҙ, “Covid-19”ға ҡаршы вакцина эшләргә ҡарар ҡабул иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Әле прививка пункттары тулы, сираттар хасил булды. Халыҡтың көтөүенә юл ҡуймау, сиратты булдырмау маҡсатында, вакцина эшләтеү өсөн яңы пункттар асырға планлаштырабыҙ.
Хөрмәтле граждандар, прививка пунктында һәм башҡа йәмәғәт урындарында социаль арауыҡты һаҡлауығыҙҙы, битлек кейеүегеҙҙе һорайым. Үҙебеҙҙе ҡурсалап, башҡаларҙы ла ҡотҡарабыҙ!” – тип яҙҙы Максим Забелин.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас