Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2021, 11:30

Тағы өс ауырыу вафат

Илдә коронавирус инфекцияһы менән хәл көсөргәнешле ҡала. Уны вакцинация ярҙамында ғына еңеп сығыу мөмкин.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар бер аҙ артты. Республиканың оператив штабы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә 107 кеше вирусты эләктергән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнә өс пациент вафат булған. 148 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле.
Шулай итеп, республикала сирләгәндәрҙең дөйөм һаны 39 972-гә етте. Вирус ҡорбандары - 559.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 466 ауырыу вафат булған, 17 906 кеше сирҙе йоҡторған, 10 684 пациент һауыҡҡан. Илдә коронавирус инфекцияһы менән хәл көсөргәнешле ҡала. Уны вакцинация ярҙамында ғына еңеп сығыу мөмкин.
Фото: BashNews.
Читайте нас