Сәләмәт булайыҡ
19 Июнь 2021, 08:45

Ваҡыт беҙгә ҡаршы эшләй

Камил Ганцев: "Кешеләрҙән, аңлылыҡ күрһәтеп, прививка яһатыуҙарын, аҙаҡҡа ҡалдырмауҙарын һорайым".

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефе тыуыуға бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Шулай итеп, мәҙәниәт, спорт, дөйөм туҡланыу урындарына, йәмәғәт транспортына, шулай уҡ үҙең менән ниндәй документтар йөрөтөүгә ҡағылышлы яңы ҡағиҙәләргә асыҡлыҡ керетелә.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, БДМУ кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы Камил Ганцев яңы үҙгәрештәргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты.
“2020 йылдың декабренән вакцина яһатыу мөмкинлеге бирелде, киң мәғлүмәт сараларында социаль дистанция һәм битлек режимын күҙәтеү тураһында даими яҡтыртылды. Әммә күптәр быға етди ҡараманы һәм хәҙер ҡайһы бер төбәктәр уның өсөнсө тулҡынын тойҙо. Минең уйлауымса, өгөтләүҙәрҙән етди талаптарға күсергә кәрәктер. Тик коллектив иммунитет был ауырыуҙы еңеүгә ярҙам итәсәк. Аңлылылыҡ өҫкә сығыр һәм бөтәһе лә имен тамамланыр, тип ышанам.
Указға ҡул ҡуйылыуға бәйле, көйләүсе органдарға аңлылыҡ күрһәтеү мөһим. Талаптарҙы граждандарға еткереү өсөн киң мәғлүмәт кампанияһы кәрәк. Бөгөн беҙҙә хәл Мәскәүҙәге кеүек киҫкен тормай, әммә уның тиҙ үҙгәреүе ихтимал. Шуға ла аҙаҡҡа ҡалдырмағыҙ, коронавирусҡа ҡаршы есемдәре булған кеше статусына күсегеҙ, иң яҡшыһы - прививка эшләтеү. Уны бөтә ерҙә лә яһатырға мөмкин.
Был йәкшәмбе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө буласаҡ. Әле ҡотлауҙар килә. Әгәр ҙә үҙемә Яңы йылда Ҡыш бабайҙан бүләк һораған кеүек һорарға бүләк тура килһә, мин кешеләрҙән аңлылыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең хәленән килгәндең барыһын да эшләп, прививка яһатыуҙарын, аҙаҡҡа ҡалдырмауҙарын һорар инем, сөнки ваҡыт беҙгә ҡаршы эшләй”.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас