17 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ошоға бәйле Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “СОГАЗ-Мед” страховкалау компанияһының Өфө филиалы етәксеһе Диана Фәрәхова фекерен белдереп, коронавирус сиренең бик ауыр үтеүен билдәләне һәм мотлаҡ вакцинация үтергә саҡырҙы, сөнки прививка ауырыу ағышын күпкә еңеләйтә.
“Әлеге ваҡытта сирләгәндәр һаны арта, бигерәк тә 14 йәшкә тиклемге балалар араһында. Страховкаланған граждандар менән эшләгәнгә күрә, ауырыуҙың бик ауыр үтеүен, айырыуса 50 йәштән өлкәндәрҙең уны ҡыйын кисереүен беләм. Тәүге ике-өс көндә дауалау тәьҫире биргән схемалар хәҙер эшләмәй, табиптар һәр кешегә индивидуаль дауалау билдәләүе мәғлүм. Зубовтағы һәм Стәрлетамаҡтағы дауаханаларҙа урындар тулы тиерлек, баш ҡаланың 18-се дауаханаһындағы өҫтәмә госпиталь дә эшләй. Шуға күрә кешеләр уйланһын, прививка яһатһын ине”, - ти ул.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов сирҙе әлегә күмәк вакцинация юлы менән генә еңеп булыуҙы билдәләй. Был ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтыу, эшләү мөмкинлеген бирә, ти ул.
Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Абрамова социаль селтәрҙәрҙә: “Беҙгә 2020 йылдағы ҡурсаланыу ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Ғаиләбеҙ менән “Спутник V” прививкаһын яһаттыҡ, хатта 82 йәшлек әсәйем дә. Ул башҡалар өсөн хәүефһеҙ булырға теләй. Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙың ҡәҙерен беләйек!” - тип яҙған.