17 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ошоға бәйле республиканың элекке ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдинов фекерен белдерҙе.
“Әлеге ваҡытта коронавирустың өсөнсө тулҡыны килеүе мәғлүм һәм беҙҙең республика, башҡа төбәктәр кеүек үк, халыҡты ошо бәләнән ҡотҡарыу, вирус юлын быуыу юлдарын эҙләй.
Юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерелде: 2 июлгә тиклем беҙгә күп кешеләр йөрөгән урындарға барыуҙан тыйылып тороу фарыз, йәмәғәт урындарында махсус белешмә булғанда ғына төрлө хеҙмәттәр менән ҡулланып буласаҡ.
Ҡаты саралармы? Эйе. Тик COVID-19-ҙан бер генә юл менән ҡотолоп була, ул да булһа - вакцинациялау. Мин үҙем прививка яһаттым, эргә-тирәләге кешеләр ҙә вакцинация үтте. Был – коллектив иммунитет өлөшө, башҡаларға хөрмәтеңде белдереү.
Мин мәжбүри аҙымдарға ҡаршымын. Әммә был осраҡта... Хәүефһеҙлек ҡайышын алайыҡ. Кешеләргә юлда уны тағырға кәрәклекте күпме аңлаттыҡ, өгөтләнек, әммә һөҙөмтә Хөкүмәт штрафтар кимәлен күтәргәс кенә күренде. Хәҙер иһә автомобиль ҡайышын тағыу нормаға әүерелде һәм был меңәрләгән ғүмерҙе ҡотҡарҙы.
Локдаун булыр тип уйламайым, әммә сикләүҙәр бик урынлы. Аңлашыла: кешеләр арыны, иҡтисадты ла тотороҡло кимәлдә тотоу кәрәк. Һаҡланмаған организм иһә сираттағы һынауҙарға тиҙ бирешәсәк.
Шуға ла вирусҡа ҡаршы иммунитет һағын булдырыу зарур. Мин барыһын да прививка яһарға саҡырам – был тәүге сиратта үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн кәрәк”, - тине Динар Ғилметдинов.