Сәләмәт булайыҡ
20 Июнь 2021, 08:30

“Был – әхлаҡи бурысыбыҙ”

Эльвира Айытҡолова: "Әгәр бөтәбеҙ ҙә вакцина яһатһаҡ, үлемесле вирус таралыу сылбырын өҙәсәкбеҙ".

17 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ошоға бәйле Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова үҙ фекерен белдерҙе.
Әйкәндәй, ул былтыр сентябрҙә тотош ғаиләһе менән коронавирусты кисереүен белдергән, уның бик тә ауыр, “бер кемгә лә теләмәгән” тәжрибә икәнлеген билдәләгән.
“Дәүләт органдарында эшләгәндәргә прививка яһатыу медицина күрһәткестәре йәһәтенән мотлаҡ ғәмәл генә түгел, әхлаҡи бурыс та. Яңы күрелгән саралар бик урынлы һәм уйланылған. Әлеге ваҡытта сиргә бәйле хәл ныҡ насар булмаһа ла, сирләүселәр һаны артҡанды күҙәтәбеҙ.
Илдәге хәлде иҫәпкә алып, теләһә ниндәй боролошҡа әҙербеҙ. Сикләүҙәр вакцияна яһатмағандарға ҡағыласаҡ, шуға ла ваҡытында сара күрергә кәрәк. Белгестәр әйтеүенсә, прививка 95 процентҡа сирҙән ҡурсалай, йоҡҡан хәлдә лә, ул еңелерәк уҙасаҡ.
Мин май айында прививка яһаттым, үҙемде яҡшы тоям.
Әгәр ҙә бөтәбеҙ ҙә вакцина яһатһаҡ, үлемесле вирус таралыу сылбырын өҙәсәкбеҙ. Бигерәк тә был күп кешеләр менән эшләгәндәргә ҡағыла. Дәүләт органдарында хеҙмәт иткәндәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел: улар илдең һәр гражданы өсөн үҙ иңендә яуаплылыҡ тойорға тейеш”, - тине Эльвира Айытҡолова.
Фото: news.store.rambler.ru
Читайте нас