17 июндә республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Ошоға бәйле Өфөнөң элекке мэры, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев үҙ фекерен белдерҙе.
“Прививканан түгел, сирҙән ҡурҡырға кәрәк. Республика властары Башлығы указына ҡаты директивалар индереп дөрөҫ эшләй, табиптар быға рәхмәтле буласаҡ. Улар сир менән алдынғы сафта көрәшә һәм уның нисек ауыр үткәнен белә. Шәхсән үҙемә килгәндә, февралдә “Спутник-V” яһаттым, үҙемде һәм яҡындарымды ҡурсаланым.
Һаулыҡ һаҡлау министрының коллектив иммунитет барлыҡҡа килтерергә, вакцинациялау үтергә кәрәк тигәне менән тулыһынса килешәм. Беҙ шуны аңларға тейеш: вакцинанан түгел, ә дауахана койкаһына алып барған сирҙән ҡурҡырға кәрәк.
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә булғандарға, күп кешеләр менән эшләгәндәргә лә прививка яһатыу зарур – был хәүефһеҙлек нигеҙе”, - тине Павел Какаев.