Сәләмәт булайыҡ
20 Июнь 2021, 10:00

Тағы өс кеше вафат булды

Республиканың оператив штабынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡторған кешеләр 111-гә артҡан. Һөҙөмтәлә...

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы республикала 111 кешелә асыҡланған.
Был хаҡта республиканың оператив штабы хәбәр итә. Сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һанына килгәндә, улар 40 083-кә етте.
Коронавирус менән әле ауырығандарҙың дөйөм һаны - 1570 кеше. Уларҙың 198-е стационарҙа дауалана, 22 кеше ауыр хәлдә, ике пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Коронавирус менән сирләгән 37 951 кеше һауығып аяҡҡа баҫҡан. Һуңғы тәүлектә иһә 35 ауырыу шәбәйгән, өсәү вафат булған.
Фото: nedelya40.ru
Читайте нас