Өфө халҡы баш ҡаланың төрлө медицина ойошмаларында урынлашҡан 31 пунктта вакцина яһата ала. Уларҙың эш графигы үҙгәртелде: көн һайын, хатта шәмбелә, йәкшәмбелә, байрамдарҙа ла, киске сәғәт 8-гә хәтлем ҡабул итәләр.
Кешеләргә уңайлы булһын өсөн шулай уҡ сауҙа үҙәктәрендә күсереп йөрөтмәле биш прививка пункты хеҙмәтләндерә. Улар көн һайын көндөҙгө 1-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр асыҡ була, ял һәм байрам көндәрендә иһә иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем эшләй.
«МЕГА» сауҙа үҙәге – Рубеж урамы, 174;
«Планета» сауҙа үҙәге – Энтузиастар урамы, 20;
«Башҡортостан» лайфстайл үҙәге – Менделеев урамы, 205А;
«Простор» сауҙа һәм ял үҙәге – Жуков урамы, 29;
«Каруанһарай» сауҙа-эш үҙәге – Үрге сауҙа майҙаны, 1.
Иртәгә, йәғни 22 июндә, «Үҙәк» сауҙа комплексында ла (Цюрупа урамы, 97) күсереп йөрөтмәле вакциналау пункты ҡуйыласаҡ.
Ғөмүмән, бындай пункттарҙың ҡайҙа урынлашҡанын «Яндекс.Карты» сервисы аша табыуы еңел. Эҙләгәндә «вакцинация» йәки «где сделать прививку» тип яҙыу етә.
Вакцина яһатырға барғанда үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, социаль номерығыҙҙы (СНИЛС), прививкалар тураһында сертификатығыҙҙы (әгәр булһа) алығыҙ.
«COVID-19» сиренән прививка эшләтеү өсөн поликлиникаға «Дәүләт хеҙмәттәре» (gosuslugi.ru) порталы, «К врачу» мобиль ҡушымтаһы, «Доктор РБ» сайты йәки колл-үҙәктең берҙәм телефоны «122» аша яҙылырға була.
Күсереп йөрөтмәле үҙәккә бындай маҡсат менән мөрәжәғәт иткәндә алдан яҙылыу талап ителмәй, сират буйынса ҡабул итәләр.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.