Сәләмәт булайыҡ
21 Июнь 2021, 07:30

"Көрәштек һәм дауам итәсәкбеҙ"

Вирустан дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, дөйөм алғанда вафат булғандар 566-ға еткән.

Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле һуңғы яңылыҡтар ниндәй? Улар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Зиннурова һөйләне.
Пандемия башланғаны бирле был сир 40191 кешелә табылған, һуңғы тәүлектә – 108. Вирустан дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән, дөйөм алғанда вафат булғандар 566-ға еткән. Дауаханаларҙа 200 сирле ята, һуңғы тәүлектә йәнә 52-не килтергәндәр. 1456 кеше өйҙә дауалана. 38 меңе һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә – 18 кеше. Ауыр хәлдә 27 кеше, уларҙың икәүһен үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
Әлеге ваҡытта республикала 27 лаборатория эшләй. Ун ковидҡа ҡаршы госпиталдә 1420 урын бар. Уларҙың 89,6 проценты биләнгән. 5 июлгә тиклем урындар 1535-кә етәсәк.
Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге етәксеһе Римма Үтәшева белдереүенсә, 15-нән 20 июнгә тиклем халыҡтың мөрәжәғәттәре артҡан. Был осорҙа улар 5625 шылтыратыу ҡабул иткән.
“Иң күп шылтыратыуҙарҙы йома көн, 18 июндә алдыҡ. Төп һорауҙар ковидҡа анализдар һәм вакцинацияға бәйле ине. Вакцинацияны кешеләр ыңғай ҡабул итә. Һорауҙар күп, үҙәк эшен дауам итә”, – тине Римма Әмир ҡыҙы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ҡайһы бер кешеләр ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә лә, коронавирус менән көрәш дауам итә.
“Мин тормошҡа айыҡ ҡарайым. Был ҡарарҙарҙы ҡабул иткән саҡта кешеләр тарафынан ҡәнәғәтһеҙлек булырын аныҡ белдем. Тик беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ. Бер кем дә беҙҙе ҡул ҡаушырып ултырҙы тип әйтә алмаясаҡ. Көрәштек һәм көрәшәсәкбеҙ. Халыҡҡа барыһын да һәйбәт итеп аңлатырға кәрәк”, – тине ул.
Фото: bash24.ru
Читайте нас