Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын ҡаплап алған коронавирус тулҡыны оҙаҡламай Башҡортостанға килеп етәсәк, унан һаҡланыуҙың бер генә юлы бар – вакцинация, тип белдергән Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов “Башинформ”ға биргән интервьюһында.
“Беҙҙе коронавирустың өсөнсө тулҡыны көтә, һинд штаммы килә, был саҡта сирҙе үткәргәндәр генә түгел, вакцина яһатҡандар ҙа ауырыясаҡ. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, прививкаланған кешеләр был сирҙе еңелерәк үткәрә. Тимәк, вафат булыу ихтималлығы аҙыраҡ, һәм хәҙер кешеләрҙең ғүмерен һаҡлау өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Табип булараҡ, мин йөҙ процентҡа халыҡты вакцинациялау яғында”, - тине ул.
Табиптың фекеренсә, Рәсәйҙә, Израиль һәм АҠШ менән сағыштырғанда, закондар йомшаҡ, ә уларҙа прививкаланған кешеләр проценты юғарыраҡ, тәртип ҡәтғи.
“Ҡаты закондар кешеләрҙең ғүмерен һаҡларға ярҙам итәсәк. Шуға күрә коронавирустың беренсе, икенсе тулҡындарында эшләгән табип булараҡ, бөтә сараларҙың да халыҡтың ғүмерен һаҡлау өсөн йүнәлтелгән һәм кәрәкле булыуын аңлайым. Мин хеҙмәттәштәрем, дуҫтарым, дуҫтарымдың дуҫтары, туғандарым менән аралашам. Хатта улар ҙа эпидемияның ҡатмарлығын, етдилеген аҙаҡҡаса аңлап етмәй, айырыуса өсөнсө тулҡынды. Барыһын да өгөтләүгә күп ваҡыт бүләм, ысынлап та, хәл етди, прививка яһатырға йүгерергә кәрәк”, - тине табип.