Сәләмәт булайыҡ
22 Июнь 2021, 15:30

32 ауырыу ауыр хәлдә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ике ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары 568 кешегә етте.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһының 115 осрағы теркәлгән. Пневмония диагнозы 105 пациентҡа ҡуйылған.
Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала сирҙе йоҡторғандар һаны 40 306 кешегә етте. Әле стационарҙарҙа 225 ауырыу дауалана, 32-һе ауыр хәлдә, ике кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 1 427 ауырыу дауалана. Тәүлек эсендә 117 пациент һауыҡтырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ике ауырыу вафат булған. Вирус ҡорбандары 568 кешегә етте.
Вакцинация кампанияһы республикала йәнләнде. Прививканың ике компонентын да алғандар 349 мең 24 кеше тәшкил итә.
Фото:BashNews
Читайте нас