Профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, академик Вил Мамил улы Тимербулатов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указ нигеҙендә ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр индереүе тураһында үҙ фекерен белдерҙе.
Илдәге коронавирусҡа бәйле хәлдең хөртәйеүенә бәйле төбәктә сирҙе иҫкәртеү йәһәтенән был алдан күрелгән саралар булып тора, ти ул. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
– Әлбиттә, хәҙер Башлыҡты тәнҡитләүселәр күп. Индерелгән иҫкәртеү саралары күптәрҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Әммә мин кешеләрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау мәсьәләһенә республика етәксеһе тулы яуаплылыҡ менән ҡарай, тип уйлайым. Хәбиров сәйәсәтенең үҙенсәлеге тап шунда: ул алдан күҙаллай һәм саралар күрә. Әлеге сикләү саралары менән ул Мәскәүҙән дә алғараҡ китте, баш ҡала бындай сараларҙы беҙҙән һуңыраҡ ҡабул итте һәм хатта мотлаҡ вакцинациялау сараһына барырға әҙер.
Мәскәүҙә, күреүебеҙсә, хәл бик хөрт, коронавирус менән сирләүселәр күп, ковид-госпиталдәр тулы, яңы урындар асыла.
Ошондай көрсөк булмаһын өсөн республика етәксеһе алдан хәстәрлек күрә һәм беҙҙә лә коронавирустың “яңы штамм”ы Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы ише таралмаһын өсөн “ышыҡ” ҡуя.
Һайлау йылы булыуға ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров үҙенә барлыҡ негативты һәм яуаплылыҡты ала, сөнки кешеләрҙең сәләмәтлеге популизмдан ҡиммәтерәк. Шуға ла Башҡортостанда Мәскәүҙәге хәл ҡабатланмаһын өсөн шундай ауыр ҡарарҙар ҡабул итергә тура килгән.
“Ҡыҙыл зона”ларҙа койка фондын арттырмаҫ, дауаханалар кешеләр менән тулмаҫ борон хәлде ҡулға алырға тура килә. Шуға республикала йәшәүселәр яуаплылыҡты тойһондар һәм хатта бығаса ауырыған булһалар ҙа вакцинациялау үтһендәр ине, - тип белдергән Вил Мамил улы.
Фото: professiya-vrach.ru