Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, републикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны арта төшкән, сирлеләр рәтен йәнә 120 ауырыу тулыландырҙы. Шулай итеп, пандемия осоронда сирҙе йоҡторғандар 40 426 кеше тәшкил итте.
Һуңғы тәүлектә 119 ауырыу һауыҡҡан, 33 пациент ауыр хәлдә, өсөһө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 109 кешегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Әле стационарҙарҙа 218, амбулатор шарттарҙа 1 432 ауырыу дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тәүлектә ике ауырыуҙың вафат булыуы билдәле, вирус ҡорбандары һаны республикала 571-гә етте.
Был донъяны ялмаған мәкерле сирҙән ҡотолоу сараһы бары вакцина яһатыуҙа. Уның ярҙамында кешелек бик хәтәр сирҙәрҙе ауыҙлыҡлауға өлгәште. Барығыҙҙы ла прививка яһатырға саҡырабыҙ.