Сәләмәт булайыҡ
23 Июнь 2021, 09:00

Һорауҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ

Ҡайҙа “КовиВак” вакцинаһын яһатырға мөмкин? Ни өсөн уны Башҡортостанға аҙ килтерәләр? Вакцинациянан һуң антиесемдәр оҙаҡ һаҡланасаҡмы? Министр барыһына ла яуап бирҙе...

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса һуңғы брифингта халыҡтан килгән һорауҙарға яуап бирҙе.
-Мин коронавирус менән былтыр сирләнем. Ҡасан прививка яһатырға мөмкин?
-Сирҙе үткәргән кешеләрҙең дә яңынан сирләп китеүе ихтимал. Әгәр ҡанда антиесемдәр кимәле кинәт кәмеһә, иммунитет яҡлауы йомшарһа, кеше ауырый. Һауыҡҡандан һуң иммунитетты көсәйтеү һәм уны вирустың башҡа штамдарынан яҡлау өсөн вакцинация үтергә кәрәк.
- Сирләгәндән һуң антиесемдәр барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, ни өсөн прививка яһатырға кәрәк?
- Сирҙән һуң барлыҡҡа килгән антиесемдәр һәр саҡта ла тәьҫирле түгел, организм көсһөҙләнгән булһа, вирус иммун ҡаршылыҡтарын урап үтә. Инфекция үткәргәндән һуң яһалған прививка организмға зыян килтермәй, иммунитет нығыясаҡ һәм вирустың үтә хәүефле компоненттарынан һаҡлаясаҡ.
- Ә уны ҡасан, һауыҡҡандан һуң күпме ваҡыт үткәс, яһарға мөмкин?
- Әгәр кеше сирҙе еңел үткәргән булһа, һауыҡҡандан һуң оҙаҡ көтөп тормайынса шунда уҡ яһатырға ла мөмкин.
- Кеше сараларға барғанда ниндәй белешмә күрһәтергә тейеш?
- Мәҙәни-спорт сараларына, йәмәғәт урындарына барғанда ПЦР-ға анализ йәки вакцинация тураһында белешмәгеҙ янығыҙҙа булһын.
- Ҡайҙа “КовиВак” вакцинаһын яһатырға мөмкин? Ни өсөн уны Башҡортостанға аҙ килтерәләр?
- “КовиВак” вакцинаһы сағыштырмаса әйләнешкә яңыраҡ сыҡты. Бөтә төбәктәрҙең дә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн етештереүсенең тейешле ҡеүәте етешмәй. Ул бәләкәй партиялар менән килтерелә һәм нигеҙҙә ауыр хроник сирле кешеләргә тәғәйенләнә. Вакциналарҙың барыһы ла тәьҫирле һәм хәүефһеҙ. Прививка яһатырға барырҙан алда үҙегеҙҙең табибығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
- Эҫелә йәки, киреһенсә, һалҡын көндә прививка яһатырға яраймы?
- Бер ниндәй ҙә айырма юҡ.
- Йөклө ҡатындарға вакцина ҡаҙатыу зыянлы түгелме?
- Яңы ғына Гамалея исемендәге үҙәк етәксеһе йөклө ҡатындар һәм имеҙеүсе әсәләр өсөн клиник һынауҙар үткәрелеүен белдерҙе. Уға тиклем Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ошо сир менән бәйле күҙәтеү аҫтында торған йөклө ҡатындарҙың 10 мең тәшкил итеүен билдәләне. Шуға күрә граждандарҙың был категорияһын яҡлау өсөн вакцина эшләтеү кәрәк.
- Вакцинациянан һуң антиесемдәр оҙаҡ һаҡланасаҡмы?
- “Гам-Ковид-Вак”. Иммунитет срогы – ике йылға тиклем.
“КовиВак”. Иммунитет срогы – ярты йылдан ашыу (һынау дауам итә).
“ЭпиВакКорона”. Иммунитет срогы – кәм тигәндә бер йыл.
- Киләсәктә вакцинацияны үткәреү йышлығы нисек буласаҡ?
- Күреүебеҙсә, эпидемиологик күтәрелеш осоронда уны алты ай һайын эшләргә тура киләсәк – сирҙе үткәргәндәргә лә, вакцина яһатҡандарға ла. Эпидемиологик хәл тынысланғас, йылына бер тапҡыр яһатыу ҙа мөмкин булыр.
- Вакцина ҡаҙатҡандан һуң ҡасан ауырға ҡалыуҙы планлаштырырға мөмкин?
- Ауырға ҡалыуҙы планлаштырған осорҙа һеҙ тыныс күңел менән вакцина яһата алаһығыҙ, препараттарҙың береһе лә бала табыу һәләтенә кире йоғонто яһамай. Вакцинация үҙеңде һәм тыуасаҡ сабыйыңды вирус хәүефенән һәм дарыуҙар эсеүҙән һаҡлау өсөн кәрәк.
- Хроник үпкә сире булғандар өсөн ҡайһы вакцина яҡшыраҡ?
- Бөтә вакциналар ҙа берҙәй тәьҫирле һәм хәүефһеҙ. Прививка ҡаҙатыр алдынан үҙегеҙҙең табип менән кәңәшләшегеҙ.
- 65 йәштән өлкәнерәктәргә ниндәй вакцина яһатыу яҡшы?
- Әйтеүебеҙсә, бөтә вакциналар ҙа тәьҫирле һәм кире эҙемтәләре аҙ, киҙеүгә ҡаршы яһатылған вакцина мәлендәге кеүек.
- Беренсе һәм икенсе вакцина араһында коронавирусты йоҡторорға мөмкинме?
- Эйе, кешенең ауырып китеүе ихтимал, сөнки иммунитет саҡ формалаша башлай. Вакцинация тамамланғандан һуң да сирләп китеү мөмкин. Шуға күрә эпидемиологик сараларҙы күҙәтергә кәрәк.
- Вакцинацияның икенсе этабын күсерергә мөмкинме?
- Коронавирустан вакцинация 21 көн арауығы менән ике этапта үткәрелә. Икенсе этапты үткәреүҙе ауырып киткәндә ике-өс көнгә генә кисектерергә мөмкин, оҙаҡҡараҡ һуҙһаң, иммун яуабы тулыһынса алынмауы ихтимал.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Prav-news.ru
Читайте нас