Бөгөн республикаға “Гам-Ковид-Вак” (“СпутникV”) вакцинаһының яңы партияһы килде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, 18 900 доза Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларына бүленәсәк.
Киләһе партия 100 мең дозанан ашыу буласаҡ, уның алдағы аҙнала килтерелеүе көтөлә. Әлеге көндә республикала 179 вакцинация пункты эшләй. Медицина ойошмаларында урынлашҡандары иртәнге сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем (тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ), сауҙа үҙәктәрендә ҡабул иткәндәре 13 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем (ял көндәрендә сәғәт 10-дан 20 сәғәткәсә) эшләй.
Яҡын көндәрҙә ҡайһы бер пункттарҙа һәм медицина ойошмаларында вакцина етешмәүе мөмкин, тип иҫкәртә белгестәр. Һәр кем исемлеккә яҙылып, препараттар килеп етеү менән аҙаҡ вакцинацияға саҡырыласаҡ. Әлеге көндә республикала вакцинаның тәүге компонентын 462 меңдән ашыу кеше алған.