Сәләмәт булайыҡ
24 Июнь 2021, 16:30

Ҡайһы вакцина Ислам ҡанундарына яуап бирә?

Республиканың имам-мөхтәсибтәренә Вакцинаның хәләллеге буйынса Рәсәй ғалимдары советының ҡарарҙары хаҡында һөйләнеләр.

Вакцинаның хәләллеге буйынса Рәсәй ғалимдары советының ҡарарҙары хаҡында республиканың имам-мөхтәсибтәренә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының семинар-кәңәшмәһендә һөйләнеләр.
Мөфтөй Айнур Бирғәлиндең саҡырыуы буйынса, дәресте Мәскәү мөфтөйө һәм Йәмиғ мәсетенең баш имамы Илдар хәҙрәт Әләүетдинов үткәрҙе.
"Беҙгә, имамдарға, ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Мәғрифәт эше менән бергә мәсеттең көндәлек мәсьәләләрен дә хәл итергә тейешбеҙ. Заман имамы - ул ойоштороусы, юрист, психолог, иҡтисадсы. Шуға күрә көндәлек мәшәҡәттәр араһында мөһим бурысы - дин тотоусылар менән эш алып барыу, йәмғиәт өсөн киҫкен темалар буйынса ғалимдар ҡарарҙарын көн ҡаҙағына сығарыу тураһында ла оноторға тейеш түгелбеҙ", - тине Илдар хәҙрәт.
Яңы вакцинаның хәләллеге хаҡында һүҙ барғанда Мәскәү мөфтөйө ғалимдар советы эшмәкәрлеге хаҡында ла һөйләне. Ул теманың мөһимлеген билдәләне. Йәмғиәттәге төрлө имеш-мимеш, вакцина компоненттары сифаты хаҡында ялған хәбәрҙәр халыҡ араһында ҡәнәғәтһеҙлек, борсолоу, бәхәс тыуҙырҙы.
- Беҙҙең бурыс – вакцина әҙерләү процедураһын һәм уның составын ентекле өйрәнеү. Етештереүселәр менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, запростар ебәрҙек. Эш һөҙөмтәһе буйынса бер имеш-мимеш тә раҫланманы. Мәсьәләне дин күҙлегенән төплө өйрәнгәс, март айында вакцинаның хәләл булыуы тураһында фәтүә (ҡарар) рәсми рәүештә хәбәр ителде, - тип белдерҙе Илдар хәҙрәт.
Хәҙрәттең әйтеүенсә, вакцина составында спирт булыуы күптәрҙе хафаға һалған, асыҡланыуынса, уның күләме тире аша инъекция яһағанда ҡулланылған спирттан да кәмерәк. Ғалимдар советы ағзалары эксперттар менән берлектә вакцина етештереү барышы менән танышҡан, мосолман ҡанундары боҙолмағанлығы билдәләнгән. Улар “Спутник V” вакцинаһының хәләл булыуы, Ислам нормаларына тап килеүе тураһында һығымта яһаған.


Фото: Gov.kz
Читайте нас