Башҡортостандағы коронавирус таралыуына бәйле хәл буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһының онлайн режимындағы лекторийы үтте. Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, беҙҙә лә сирҙе йоҡтороусылар арта бара, инфекцияны йоҡторғандар һаны 40 меңдән ашты.
- Бөгөн ил буйынса дөйөм хәл хәүефле. Ул тағы ла насарлана төшһә, сирҙең юғары үҫеше июнь-июль айҙарына тура киләсәк. Сирҙең аҙыуын туҡтатыу өсөн вакцинация эшен йәнләндерергә кәрәк, әммә бөтәһе лә сирләйәсәк, шул иҫәптән, элек сирҙе үткәргәндәр ҙә, вакцина яһатҡандар ҙа, - тине Азат Мөхәмәтйәнов. - Вакцина яһатып, беҙ организмды сир менән көрәшергә өйрәтәбеҙ. Әлеге ваҡытта прививка бары йөклө ҡатындарға, сабыйҙарын имеҙеүсе әсәләргә, балаларға һәм ҡаты сирлеләргә генә яһалмай.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир Вәлишин әйтеүенсә, бөгөн вакцина яһатыу - кешенең сәләмәтлеген һаҡлаусы берҙән-бер сара. “Прививкалар йыл һайын планетала алты миллион кешенең ғүмерен һаҡлай. Шул сәбәпле беҙҙә ҡыҙылса, тағун һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәр юҡ. Беҙҙең маҡсат – коллектив иммунитет булдырыу. Прививка йөҙ процентҡа сирҙең ҡаты ағышынан һаҡлай. Хатта вакцина яһатҡандар ауырып киткән хәлдә дә, уны еңелсә үткәрәсәк,” - тине белгес.
Уның әйтеүенсә, вакцина яһатҡандан һуң сир билдәләре күҙәтелеүе ғәҙәти күренеш, тимәк, антиесемдәр барлыҡҡа килә, иммун яуабы формалаша.
Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар табибы Анна Казак билдәләүенсә, тормошобоҙҙа коронавирус хәүефе тыуыуына байтаҡ ваҡыт үтте. Бөгөн вирус тиҙ үҙгәреүгә һәләтле, яңы штамдар барлыҡҡа килә.
”Пандемия башланғанда айырыуса өлкәндәр хәүеф аҫтында булһа, хәҙер вирус йәштәрҙе лә аямай,” - тип билдәләне Анна Казак.
Лекторийҙа ҡатнашыусы спикерҙар санитар – эпидемиологик сараларҙы йәнә иҫкә төшөрҙө, ҙур төркөмдәр менән йыйылмаҫҡа, мөмкин булғанса ситтән тороп эшләүгә күсергә, сир ныҡ таралған райондарға сыҡмаҫҡа тәҡдим итте.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.