Сәләмәт булайыҡ
25 Июнь 2021, 13:00

Ғәскәровсылар вирусҡа ҡаршы "ҡоралланды"

”Ансамбль етәкселегенең вакцина яһатыу өсөн табиптарҙың күсмә бригадаһын саҡырыуы уңайлы булды". Бейеүселәр ниндәй фекерҙә?

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле - республиканың иң йыш гастролгә сыҡҡан коллективтарының береһе, улар йыл һайын илдең иллегә яҡын төбәгендә була. Әле үҙебеҙҙә Бөтә донъя фольклориадаһын ҡаршыларға әҙерләнәләр.
"Һәр кем һаулығы өсөн үҙе яуап бирә, ә бейеүселәр сәләмәтлеген икеләтә хәстәрләргә тейеш. Көндәлек репетициялар һәм көсөргәнеш, гастролдәр шуны талап итә. Бөгөн мин дә хеҙмәттәштәрем менән бергә прививка яһаттым. Беҙҙе алда Рәсәй һәм сит илдәр буйынса гастролдәр көтә, шулай уҡ Фольклориада ҡунаҡтарын ҡаршылаясаҡбыҙ”, - тине ансамбль бейеүсеһе Майя Фәрхетдинова.
Бөгөн прививканы коллективтан ҡырҡ кеше эшләткән. ”Ансамбль етәкселегенең вакцина яһатыу өсөн табиптарҙың күсмә бригадаһын саҡырыуы уңайлы булды. Шуға мин дә бер юлы прививка эшләтергә булдым”, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас