Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 122 кеше тәшкил итте. Шулай итеп, сирҙе йоҡтороу осраҡтары бөтәһе 40 666-ға етте.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә 84 ауырыу һауыҡҡан, вирус ҡорбандары тағы ла дүрт кешегә артҡан. Пандемия башланғандан алып мәкерле сирҙе еңә алмай вафат булғандар һаны 578 тәшкил итте. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 20 393 кешенең сирҙе йоҡторғаны билдәле.
Халыҡты вакцинациялау эше дауам итә. Әле республикала йәшәгән 361 507 кеше прививка яһатҡан.