Сәләмәт булайыҡ
26 Июнь 2021, 12:40

Вакцина килеүен көтәбеҙ...

Айырыуса сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа ҙур йәнлелек һиҙелә.

Республикала һуңғы тәүлектә 125 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡтороуы асыҡланды. Оператив штабтың хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып сирҙе йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 40 791 кеше тәшкил итә.
Һуңғы тәүлектә 78 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс пациент вирусты еңә алмаған. Коронавирус ҡорбандары һаны бөтәһе 581 кеше тәшкил итә.
Республикала халыҡты вакцинациялау бара. Айырыуса сауҙа үҙәктәрендәге мобиль пункттарҙа ҙур йәнлелек һиҙелә. Тик күп кенә райондарҙа вакцина бөткәнлеге билдәле. Шуға күрә 29 июндән көсөнә инергә тейешле сикләү нормалары 5 июлгә күсерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, ошо ял көндәрендә республикаға 90 меңгә яҡын вакцина дозаһы килтереләсәк.
Коронавирус менән хәл Рәсәйҙә көсөргәнешле ҡала. Һуңғы тәүлектә 21 665 кешенең сирҙе эләктереүе , 619 ауырыуҙың вафат булыуы билдәле.
Фото:BashNews
Читайте нас