“Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирустың ғаиләләр эсендә артыуы күҙәтелә. Был турала ул бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә әйтте.
“Ойошторолған “ҡыҙыу” сир усаҡтары юҡ, эш планлы тәртиптә бара. Тағы бер тапҡыр эпидемияға ҡаршы сараларҙы теүәл үтәргә саҡырам”, – тине ул.
Анна Казак белдереүенсә, “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәре һәм башҡа кешеләр күпләп йыйылған урындарға рейдтар ойоштора. Битлек режимын боҙғандарға иҫкәрмә яһала. Артабан да талап үтәлмәһә, ойошмаларға штрафтар һалынасаҡ.