Сәләмәт булайыҡ
28 Июня 2021, 11:25

Бөгөн барыбыҙға ла кәрәкле сифат – яуаплылыҡ

Был талап барыбыҙға ла, кешеләрҙең ғүмере һағында тороусы табип һәм шәфҡәт туташтарына ла, көн дә эшкә йүгергән хеҙмәткәргә лә, өйҙә ял иткән пенсионерға ла ҡағыла. Шулай уҡ вакцина яһатыуҙы һуҙған, икеләнгән ҡайһы бер кешеләргә лә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Рәсимә Тимерйән ҡыҙы тормош юлын яратҡан, ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған табип һөнәренән башҡа күҙ алдына килтермәй. Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияны тамамлағандан һуң һис икеләнеүһеҙ Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә һәм 1976 йылда уны “отлично” билдәләренә генә тамамлай.
Ғүмер буйы уҡыу, өйрәнеү белемеңде арттырыуҙы талап иткән тынғыһыҙ профессияны һайлауына һис тә үкенмәй, профессор, медицина фәндәре докторы Рәсимә Тимерйән ҡыҙы Мырҙабаева. Тәүге хеҙмәт йылдарын Ҡариҙел районында инфекционист булып эш башлай. Дүрт йылдан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһында клиник ординатурала уҡый. Аҙаҡ өс йыл буйы Н.А. Семашко исемендәге Мәскәү дәүләт медицина институты аспирантураһында белем ала һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Аҙаҡ 33 йылға һуҙылған тынғыһыҙ хеҙмәт йылдары тыуған уҡыу йортонда – Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһында дауам итә. Ҡырҡ йыллыҡ эш дәүерендә 380-дән ашыу хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, өс монография әҙерләнгән. Уның етәкселегендә йәш белгестәр кандидатлыҡ диссертациялары яҙа һәм яҡлай. Рәсимә Тимерйән ҡыҙы – Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, университеттың өҫтәмә белем биреү институтының курс мөдире вазифаһын башҡара. Оҙаҡ йылдар йоғошло ауырыуҙарҙы өйрәнеү, геморрагик биҙгәк, киҫкен эсәк сирҙәре, вируслы гепатиттарҙы дауалау ысулдарын камиллаштырыу өҫтөндә эшләгән ғалимдең көсөргәнешле пандемия осоронда ла ең һыҙғанып эшләүе, белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индереүе билдәле.
– Рәсимә Тимерйән ҡыҙы, пандемия осоронда эшләүгә яраҡлашыу ауыр булманымы? Уҡыу барышына зарар килтермәйенсә эшегеҙҙе ойоштора алдығыҙмы?
– Бик күп хеҙмәт коллективтары кеүек беҙ ҙә байтаҡ эштәрҙе дистанциянан тороп башҡарырға өйрәндек. Алтынсы курсты тамамлаған студенттар ике йыл буйына ординатурала уҡый. Һуңғы өс йыл эсендә ординаторҙар һаны дәүләт планына ярашлы артты.
– Быға, моғайын, пандемия сәбәпселер инде…
– Юҡ, был мәкерле сир таралғанға ҡәҙәр үк ординаторҙар һанын арттырыу мәсьәләһенә иғтибар арттырылғайны, сөнки йоғошло ротовирус, вируслы гепатит сирҙәре халыҡ араһында йыш осрай. Ни өсөн тигәндә, беҙ хәҙер аҙыҡ-түлекте өйҙә әҙерләмәйенсә, магазиндарҙан, кулинария, ашхана нөктәләренән һатып алырға ныҡ ғәҙәтләндек. Ҡайнамаған һыу эсәбеҙ. Әлбиттә, өйҙәге крандарҙан аҡҡан һыуҙың сифатына дәғүә юҡ, уның хәүефһеҙлеге гарантияланған. Йәйгеһен сарсап киткәндә сифаты билдәле булмаған һыу ятҡылыҡтарынан, йылға-күлдәрҙән һалҡын һыу эсеп һыуһынды ҡандырабыҙ, аҙағын уйлап тороу юҡ. Вируслы гепатит кимәле республикала юғары әле. Йыл һайын утыҙға яҡын инфекционист-табип әҙерләйбеҙ, республика өсөн был һан етерлек, тик ҡайһыларының башҡа эш даирәһенә күсеүе лә мөмкин бит әле…
– Пандемия һеҙҙең белем биреү, белгестәр әҙерләү эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһамай ҡалманы, тәүге көндәрҙән үк ауырлыҡтың һеҙҙең иңегеҙгә төшөүен яҡшы аңланыҡ.
– Эйе, былтыр апрель-май айҙарында табиптар өсөн ашығыс рәүештә өҫтәмә уҡыуҙар ойошторорға тура килде, 900 табип уҡып сыҡты. Әле лә уҡыуҙар дауам итә. “Саҡырылмаған ҡунаҡ”тың клиникаһын, лаборатор анализдарҙы өйрәнәбеҙ, дауаның тәьҫирлеген тикшерәбеҙ, уҡытыу программаһы яңыртылып торола. Әле 600 ординатор белем ала, дүрт көн эсендә программаны үҙләштерергә тейештәр. Офтальмолог, невролог, онколог, терапевт – кем булыуыңа, ниндәй йүнәлештә эшләүеңә ҡарамаҫтан, өҫтәмә белем алырға тейешһең.
-Халҡыбыҙ өсөн еңел булмаған көсөргәнешле осорҙоң шаһиттары беҙ. “Таяҡтың ауыр башы” аҡ халатлылар, ҡыҙыл зонала көнө-төнө ғүмер һағында тороусылар, эште ойоштороусылар, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре иңенә төшкәнен аңлайбыҙ, әлбиттә. Был ҡатмарлы мәлдә кешеләргә хас ниндәй сифатты барыһынан да юғары баһалар инегеҙ?
– Яуаплылыҡ! Был талап барыбыҙға ла, кешеләрҙең ғүмере һағында тороусы табип һәм шәфҡәт туташтарына ла, көн дә эшкә йүгергән хеҙмәткәргә лә, өйҙә ял иткән пенсионерға ла ҡағыла. Шулай уҡ вакцина яһатыуҙы һуҙған, икеләнгән ҡайһы бер кешеләргә лә...
Рәсимә Тимерйән ҡыҙы менән әңгәмәнең аҙағын “Башҡортостан” гәзитенең “Йома” һанында уҡырһығыҙ.
Фото: шәхси архивтан.