Сәләмәт булайыҡ
28 Июнь 2021, 12:00

Коронавирустан һуң нисек бушлай тикшерелергә?

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "СОГАЗ-Мед"-тың Өфө филиалы етәксеһе Диана Фәрәхова был турала ентекләп аңлатты.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 18 июндә ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы COVID-19 менән ауырып шәбәйгәндәргә ентекле диспансеризация үтеүгә хоҡуҡ биреләсәк. Әгәр ошо тикшереү һөҙөмтәһендә кешенең инфекциялы булмаған хроник (шул иҫәптән коронавирус менән бәйле) сире барлығы асыҡланһа, уны диспансер күҙәтеүенә алырға, тейешле дауалау курсы һәм реабилитация үтеү тәҡдим итергә, ҡануниәт нигеҙендә дарыуҙарҙы бушлай бирергә тейештәр.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "СОГАЗ-Мед" страховка компанияһының Өфө филиалы директоры Диана Фәрәхова коронавирус менән сирләгәндән һуң нисек итеп Мотлаҡ медицина страховкаһы полисы ярҙамында бушлай диспансеризация үтергә була икәнлеген аңлатты.
Кемдәр үтә ала?
- 18 йәше тулғандар, коронавирус менән сирләп шәбәйгәндән һуң ике ай уҙғас. Ауырыуының медицина ойошмаһында рәсми рәүештә раҫланыуы мотлаҡ түгел.
Ҡасан, нисек үтергә?
- 1 июлдән һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталы аша йәки үҙең барып медицина ойошмаһына яҙылырға. Страховка компанияһына мөрәжәғәт итергә лә ярай.
Бығаса бер мәртәбә диспансеризация үткән булһаң, тағы мөмкинме?
- Эйе. Ентекле диспансеризация ике этапҡа бүленә. Беренсеһе коронавирус менән ауырып шәбәйгән һәм ундай пациенттарҙың федераль регистрына индерелгән кешеләрҙең барыһына ла өҫтөнлөклө төркөм булараҡ тәҡдим ителә:
1) тыныс мәлдә сатурация;
2) 6 минутлыҡ атлау менән тест;
3) спирометрия;
4) үпкәгә рентген (әгәр йыл дауамында үткәрелмәгән булһа);
5) ҡанға дөйөм анализ (лейкоцитар формуланы асыҡлау менән);
6) ҡанға биохимик анализ;
7) ҡандағы Д-димерҙарҙың концентрацияһын асыҡлау.
Икенсе этап тәүгеһе барышында тайпылыштар күҙәтелгәндә генә үткәрелә:
1) тәндең аҫҡы өлөшөндәге веналарҙы дуплекста сканерлау;
2) күкрәк ҡыуышлығы ағзаларына компьютер томографияһы;
3) эхокардиография.
Фото: atas.info
Читайте нас