Сәләмәт булайыҡ
28 Июнь 2021, 11:00

Вакцинаның тағы ҙур партияһы көтөлә

Үткән ялдарҙа республикаға 90 300 доза “Гам-Ковид-Вак” (“Спутник V” сауҙа маркаһы) вакцинаһы ҡайтарылған.

Үткән ялдарҙа республикаға 90 300 доза “Гам-Ковид-Вак” (“Спутник V” сауҙа маркаһы) вакцинаһы ҡайтарылған.
Атап әйткәндә, төбәккә 26 июндә – 54 600, 28 июндә – 35 700 доза вакцина килгән. Әлеге ваҡытта был партия медицина ойошмалары буйынса таратылған. Дөйөм алғанда, республикаға COVID-19 вирусына ҡаршы 600 240 доза вакцина ҡайтарылған.
28 июндең иртәһенә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, вакцинаның беренсе компонетын 514 817 кеше (ҡайтарылған вакцинаның 85,7 проценты) яһатҡан. Ике компонентын алып, вакцинациялауҙы тулыһынса 367 821 кеше тамамлаған (ҡайтарылған вакцинаның 61,2 проценты йәки тәүге этапты үткәндәрҙең 71,4 проценты ). Ял көндәрендә 31 656 кешегә прививка яһағандар: 25 342 кешегә – тәүге компонент, 6 314 кешегә икенсе компоненты эшләнгән.
Яҡындағы аҙнала “Спутник V” вакцинаһының 100 меңдән ашыу дозалыҡ тағы ҙур партияһы көтөлә.
Әлеге ваҡытта республикала 182 вакцинациялау пункты эшләй, шул иҫәптән мобиль пункттар (Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта).
Баш ҡалала шундай алты урында прививка эшләтергә мөмкин: “МЕГА”, "ПЛАНЕТА”, "Башҡортостан", “Простор”, “Ҡунаҡһарай” һәм “Үҙәк” сауҙа комплекстарында, бер пункт Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Мобиль пункттарҙа вакцинаның тәүге компоненты 26 019 кешегә яһалған, икенсе компонентын 13 646 кеше алған.
Уларҙың эш графигы түбәндәгесә: эш көндәрендә 13.00-тән 20.00 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 10.00-дан 20.00 сәғәткә тиклем эшләйҙәр.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас