Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыттағыса коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе тикшереүҙән башланды. Һуңғы яңылыҡтар менән вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.
Һуңғы тәүлектә коронавирус менән сирләгәндәр һаны 133 кешегә артҡан һәм дөйөм алғанда 41053-те тәшкил итте. Министр белдереүенсә, Башҡортостан сирләү темпы буйынса илдә 82-се урында. Ауырыуҙарҙың күпселеге – 1683 кеше өйҙә дауалана, 223 кеше – стационарҙа. 25 кешенең хәле ауыр, улар интенсив терапия палатаһына күсерелгән. Дауаханала ятҡан кешеләрҙең береһе лә коронавирустан прививка яһатмаған.
Һуңғы тәүлектә сирҙән ете кеше вафат булған, бөтәһе пандемия башланғаны бирле коронавирус 585 кешенең ғүмерен алған. Әле республикала бындай сирлеләр өсөн 1980 урын бар, уларҙың 22 проценты буш.
Радий Хәбиров белдереүенсә, әлегә республикала мотлаҡ вакцинациялау индерелмәй, сөнки төбәктә хәлдәр сағыштырмаса тотороҡло ҡала килә.
– Коронавирус таралыуы буйынса хәлдәр беҙгә был осорҙо тыныс үтеү мөмкинлеге бирә. Әлегә мотлаҡ вакцинация индермәйбеҙ. Предпприятиеларға ҡарата ла сикләү саралары ҡабул итеү өсөн нигеҙ юҡ. Төп бурысыбыҙ – һәр осраҡҡа ла әҙер булыу, – тине ул.
Вакцинацияға килгәндә үткән аҙнала темптар ун тапҡырға артҡан.
“Уҙған аҙнала вакцинация темптары күҙгә күренеп артты, ун тапҡырға тиерлек. Кешеләргә прививканы 180 пунктта яһатырға була, улар араһында мобиль пункттар ҙа бар”, – тине ул.
Бөтәһе Башҡортостанға 600 мең доза вакцина килтерелгән. Уларҙың һуңғы партияһы кисә алынған. Беренсе компонентты 515 мең кеше, икеһен дә 368 мең кеше һалдырған.