Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы булдырмау буйынса оператив штаб ултырышын уҙғарҙы.
Вице-премьер - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, сир күрһәткестәре буйынса Башҡортостан илдә 82-се урында тора, әммә ауырығандар һаны арта барыуы һағайта, тине.
"Бер аҙнала COVID-19 вирусын йоҡторғандарҙың уртаса тәүлек күрһәткесе 16 процентҡа күтәрелгән. Пневмония менән сирләү кимәле 25 процентҡа артҡан. 1 980 инфекциялы койка-урындың 92 проценты тулған. Бөгөн өҫтәмә 250 койка-урын булдырабыҙ һәм 1 июлдән тағы шул тиклем өҫтәләсәк", - тине министр.
Вакцинациялауға килгәндә, республикала уның кимәле юғары: һуңғы тәүлектә 20 123 кеше прививка яһатҡан. 29 июнгә мәғлүм дөйөм мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә вакцинаның тәүге компонентын - 531 585, икенсеһен 371 176 кеше эшләткән. Республикаға ошо көнгәсә 600 240 доза "Спутник V", "ЭпиВакКорона" һәм "КовиВак" вакциналары алынған.
"Республикаға тиҙҙән тағы 110 мең доза киләсәк, уны 1 июлгә көтәбеҙ. Аҙна аҙағына тиклем йәнә 56 мең самаһы доза аласаҡбыҙ һәм район-ҡалаларға таратасаҡбыҙ", – тине Максим Забелин.
Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына вакцина алыуҙың өҙлөкһөҙлөгөн, дауаханаларҙа дарыу препараттарының запасы етерлек булыуын тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.
– Рәсәйҙең эре төбәктәрендә сирләгәндәр һаны даими үҫеүен күҙәтәбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат булғандар ҙа арта. Хәл ҡурҡыныс тип шөбһә таратҡы килмәй, әммә беҙ төрлө осраҡтарға әҙер булырға тейеш. Вакцинациялауға килгәндә, юғары темп алдыҡ: тәүлегенә 25 мең самаһы кешегә прививка яһала. Был темпты һаҡларға кәрәк, - тине республика етәксеһе.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.