Бөгөн, 29 июндә, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы, республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ-һы, Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы йәмәғәт транспортында ташыусылар һәм пассажирҙар тарафынан коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле индерелгән сикләүҙәрҙең үтәлешен тикшерҙе.
Эпидемиологик хәл-торош сағыштырмаса тотороҡло булыуға ҡарамаҫтан, сикләүҙәр әле лә ғәмәлдә ҡала һәм транспортта битлек кейеү мотлаҡ талап һанала. Тикшереүселәр рейд мәлендә халыҡты ошо хаҡта һәм, был талапты үтәмәгән осраҡта, водителгә лә, пассажирға ла штраф һалыныуы хаҡында иҫкәртте.
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының пассажир автомобиле транспорты бүлеге вазифаһын башҡарыусы Динар Сафиуллин түбәндәгесә аңлатма бирҙе: “Был талапты беренсе тапҡыр боҙған граждандар өсөн штраф күләме – 1 меңдән 3 мең һумға тиклем, әгәр был хәл ҡабатланһа, штраф 3-5 мең һумғаса етә. Вазифа биләгән кешеләр тәүге осраҡта – 5-15 мең, икенсегә тотолһа, 15-30 мең һум түләй. Юридик шәхестәргә беренсе тапҡыр 50 меңдән 100 мең һумға тиклем штраф һалынһа, икенсе юлы уның күләме 100 меңдән 200 мең һумғаса етеүе ихтимал”.
Йыл башынан был тәңгәлдә Өфөлә бер нисә тиҫтә протокол төҙөлгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙың маҡсаты аҡса йыйыу түгел, ә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү. Күптәр хәүефле осор үтте, һаҡлыҡ саралары кәрәкмәй, тип уйлап яңылыша.
Пассажирҙар 30 градустан ашыу эҫелектә битлек кейеүҙең бик ауыр булыуын билдәләй, әммә күптәр талаптарҙың ҡәтғиләнеүенә аңлап ҡарай.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы халыҡты һаҡлыҡ сараларына аңлап ҡарарға, үҙеңде һәм яҡындарыңды хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа саҡыра. Алдағы көндәрҙә йәмәғәт транспортында тикшереүҙәр дауам итәсәк.