Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2021, 11:10

“Мин үҙебеҙҙең табиптарға ышанам!”

Ун кешенән торған командабыҙ менән күмәкләп вакцина яһатырға барҙыҡ...

“Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы” ойошмаһы етәксеһе Иҙел Миндияр улы Солтанов үҙенең ни өсөн вакцина яһатыу сәбәбен ҡыҫҡаса былай тип аңлатты:
“Бөтә интернет вакцинация тураһында хәбәрҙәр менән тулған. Нимә генә юҡ – имеш-мимеш, вакцинаға ҡаршы хәбәр, прививканы яһатмаҫҡа өндәүҙәр... Мин үҙебеҙҙең ғалимдарға һәм табиптарға ышанып була, тип иҫәпләйем. Үҙем һис икеләнеп тормай вакцина яһаттым. Улай ғына ла түгел, ун кешенән торған командабыҙ менән күмәкләп барҙыҡ. Кире эҙемтәләре булманы, үҙебеҙҙе яҡшы тоябыҙ. Хатта өлкәнерәк йәштәге атай-әсәйем һис икеләнеүһеҙ үҙҙәрен һаҡлау һәм яҡындарын хәүефтән ҡурсалар өсөн прививка яһатты.
Бындай ҡарарға килеү өсөн етди сәбәп барлығын да әйтәйем: ғаиләбеҙ яҡын кешеһен юғалтты. Һау-сәләмәт, ауырыуҙың ни икәнен белмәгән ҡайным 23 көн эсендә беҙҙе ташлап китте... Мин был вирустың мәкерле булыуын ишетеп кенә белмәйем! Башҡаларға кәңәшем шул: үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡларға теләһәгеҙ, мотлаҡ вакцина яһатығыҙ!
Фото:VK.com
Читайте нас