Сәләмәт булайыҡ
30 Июнь 2021, 12:30

Реабилитацияны нисек үтергә?

"Медицина күрһәтмәләре булғанда, реабилитация түләүһеҙ буласаҡ”

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов республикала ковидты үткәргән кешеләр өсөн реабилитация системаһының төҙөлөшөн аңлатты.
“Коронавирус инфекцияһын үткәргән Башҡортостан кешеләре Өфөләге Республика табиплыҡ-физкультура диспансерына реабилитацияға йүнәлтмә алыуға хоҡуҡлы. Реабилитация көндөҙгө стационар шарттарында үтә. Бының өсөн йәшәү урынындағы медицина ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Беҙ шулай уҡ тәрән диспансерлаштырыу үткәрәбеҙ, уның барышында хроник сирлеләрҙе, коронавирус инфекцияһынан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙе асыҡлайбыҙ. Бынан һуң улар өсөн дауалау һәм медицина реабилитация программаһы төҙөлә. Медицина күрһәтмәләре буйынса реабилитация кәрәк булғанда, ул түләүһеҙ буласаҡ,” - тине министр урынбаҫары.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас