Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалалағы Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының 30 йыллыҡ юбилейы тантанаһында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе медучреждение коллективын ҡотланы һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Ошо йылдар эсендә һеҙҙең коллектив миллондан ашыу кеше йәшәгән баш ҡала ғына түгел, тотош республика халҡының сәләмәтлеген хәстәрләй.
Бөгөн Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы – республикалағы иң эре, заман талаптарына яуап биргән, күп профилле дауалау-диагностика комплексы. Күп сирлеләргә бында ғүмер ҡотҡарыу өсөн иҫәп минуттарға барғанда ашығыс ярҙам күрһәтелә.
Тәүлегенә дауаханаға 300-ләгән пациент китерелә, улар араһында өлкәндәр ҙә, бәләкәстәр ҙә бар. Йылына дауаханала 15 меңдән ашыу хирургия операциялары яһала, учреждение нигеҙендә эшләгән төбәк ҡан тамырҙары-йөрәк үҙәгендә иһә йылына инсульт кисергән – 1,5 мең, инфаркт үткәргән 2 мең самаһы кеше дауалана, реабилитациялана.
Юл-транспорт фажиғәләрендә һәм башҡа бәхетһеҙ осраҡтарҙа йәрәхәтләнгәндәргә лә бында оператив ярҙам күрһәтелә. Был йүнәлеште нығытыу өсөн беҙ заманса йыһазландырылған реанимобилдәр паркын яңыртабыҙ, санитар авиация майҙансыҡтарын йыһазландырабыҙ.
Педиатрия хеҙмәте үҫешенә лә һеҙҙең коллектив ҙур өлөш индерә. Әйтергә кәрәк, пандемияның киҫкен осоронда дауахана коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн ҙур инфекциялы госпиталгә әүерелде, унда 3600 кеше дауаланды, 400-ҙән ашыу кислород нөктәһе ҡуйылды, 500-ҙән ашыу дауахана хеҙмәткәре алғы сафта булды.
Барлыҡ табиптарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталығы, алтын ҡулдары, һиҙгер йөрәктәре өсөн, кешеләр ғүмерен ҡотҡарыуға, сәләмәтәлеген хәстәрләүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде еткерәм, – тине Радий Фәрит улы, тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.
Республика етәксеһе икенсе йыл инде һәммәһенең дә ҡатмарлы шарттарҙа йәшәүен, барлыҡ тырышлыҡ һәм көс коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә йүнәлтелеүен билдәләп үтте һәм алғы сафтағы медицина хеҙмәткәрҙәренә именлек, һаулыҡ теләне, үҙ-үҙҙәрен һаҡларға саҡырҙы.
Шулай уҡ, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы коллективына Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡотлау һүҙҙәрен ебәргән.
Ул ашығыс эш режимы – дауахана эшмәкәрлеге үҙенсәлеге икәнлеген билдәләгән һәм кешеләргә тәүлек әйләнәһенә, өҙлөкһөҙ медицина ярҙамы күрһәтеү – ул меңәрләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр тип билдәләгән. Һис шикһеҙ, дауаханала үҙ эшенең оҫталары, юғары кимәлдәге профессионалдар эшләй һәм уларҙың артабанғы эшмәкәрлеге лә илдең һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүгә йүнәлтеләсәгенә шик юҡ, тигән министр.