Сәләмәт булайыҡ
1 Июль 2021, 10:30

Ауырыуҙар арта...

Сирҙе эләктергәндәрҙең күбеһе Өфө ҡалаһында, Мәләүез районында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында теркәлгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 158 кешегә артҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт ауырыу вафат булған. 117 пациент һауыҡҡан. Сирҙе эләктергәндәрҙең күбеһе Өфө ҡалаһында, Мәләүез районында, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында.
Пандемия башланғандан алып, вирусты йоҡторғандар 41 510 кешегә етте, бөтәһе 599 кеше сирҙән һәләк булды.
Әле 379 ауырыу стационарҙарҙа, 1580-е амбулатор шарттарҙа дауалана. 31 пациент ауыр хәлдә, өс кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 119 ауырыуға пневмония диагнозы ҡуйылған.
Ошо ваҡытҡа тиклем вакцинаның беренсе компонентын 572 534 кеше алған, ике компонентын да алғандар 377 561 кеше тәшкил итә.
Фото:Горобзор.ру
Читайте нас