Әле Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында туғыҙ вакцинация пункты эшләй. Һигеҙе баш ҡалала: “Простор”, “Акварин”, “Мир”, ”Мега”, ”Планета”, "Башҡортостан" сауҙа үҙәктәрендә, “Үҙәк” сауҙа комплексында, “Ҡунаҡһарай” сауҙа йортонда. Стәрлетамаҡтағы “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә лә прививка яһатырға мөмкин.
Сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 20.00 сәғәткә тиклем һеҙҙе вакцина яһау өсөн көтәләр. Ял һәм байрам көндәрендә улар 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Был мобиль пункттар тарафынан вакцинаның беренсе компоненты менән - 30 102, икенсе компоненты менән 13 932 кеше вакцинацияланған. 1 июлгә ҡарата Башҡортостанға яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн 600 240 доза вакцина килтерелгән. Бөгөн көндөҙ “Спутник V ”вакцинаһының сираттағы 100 400 дозалыҡ партияһы килтерелде. Ул көн дауамында медицина ойошмаларына таратылды.
Бөгөнгә ҡарата вакцинаның тәүге компоненты менән 572 534, икенсе компоненты менән 377 561 кеше вакцинацияланған. Поликлиникаларҙа прививка ҡаҙатыу өсөн алдан яҙылырға кәрәк, ә мобиль пункттарҙа сиратта тороп яһатырға мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.