Сәләмәт булайыҡ
2 Июль 2021, 13:30

Кешеләр ишетһендәр ине

Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән булған осрашыуҙа республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш һәм COVID-19-ға ҡаршы вакцинациялау темпы хаҡында әйтеп үтте.

1 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар һәм блогерҙар менән булған осрашыуҙа республикала коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш һәм COVID-19-ға ҡаршы вакцинациялау темпы хаҡында әйтеп үтте.
Республика етәксеһе 1 июлгә ҡарата төбәктә 572 534 кеше вакцина яһатҡанын, прививка эшләү кампанияһы тиҙлеге буйынса беҙҙең төбәк Рәсәйҙә икенсе урында килеүен билдәләп үтте. Быға тиклем республикаға 600 мең доза вакцина килтерелгән, ошо көндәрҙә тағы ла 110 мең вакцина Башҡортостанға килеп етәсәк.
Республика етәксеһе быға тиклем коронавирус таралыуын иҫкәртеүгә бәйле популяр булмаған саралар күрелгән осорҙа көнөнә 7-8 мең кеше прививка яһатҡанын, был темп менән Башҡортостан халҡының 60 процентын вакцинациялау бурысы 2023 йыл аҙағына ғына үтәлеү ихтималлығын да телгә алды, яңы ҡарарҙарға бәйле хәҙер көнөнә 20 мең самаһы кеше коронавирусҡа ҡаршы привика яһатыуын билдәләп үтте. Был планды ағымдағы йылдың октябренә үтәү мөмкинлеген бирәсәк.
– Вакцинация – коллектив иммунитет булдырыуҙың һәм коронавирусты туҡтатыҙың берҙән-бер юлы, – тине Радий Фәрит улы.
Ул әлегә төбәктә мотлаҡ вакцинация башлауға нигеҙ юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Прививка яһатырға теләмәйһең икән – был һинең хоҡуғың. Шул уҡ ваҡытта һин вакцина яһатҡандар өсөн хәүеф тыуҙырыҙға, сир таратырға тейеш түгелһең, сөнки һин вирус йөрөтөүсе булыуың ихтимал бит. Шуға беҙ кешеләр аңлаһын өсөн әленән әле төрлө шарттар тыуҙырып торасаҡбыҙ һәм тулы тормош менән йәшәгең килһә прививка яһатырға кәрәклекте аңлатасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләүселәрҙең 60 процентҡа яҡыны привика яһатҡанын да әйтеп үтте, республика Башлығы Хакимиәтендә иһә был һан 75 процентҡа етә, тине. Төбәк етәксеһе үҙенең өс тапҡыр прививка яһатҡанын, был уның шәхси позицияһы булыуын, коронавирус йоҡторорға теләмәүен дә телгә алды.
Шулай уҡ Радий Хәбиров бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгәндәрҙән бик күп мөрәжәғәттәр алыуын, улар сикләүҙәрҙе бер аҙ кисектереп тороуҙы үтенгәндәрен белдерҙе.
– Беҙ сикләүҙәрҙе 5 июлдән 12 июлгә күсерергә ҡарар иттек. Был бизнес вәкилдәрен клиенттарын иҫкәртергә һәм яңы шарттарҙа эшләү өсөн әҙерлек үтергә мөмкинлек бирәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Ә вакцина яһатыу тураһындағы ялған белешмәләр һатыусылар һәм уны ҡулланыусылар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре шөғөлләнергә тейеш.
Республика етәксеһе вакцинациялауҙың үтә мөһим ғәмәл икәнеген төшөндөрөү йәһәтенән журналистарҙы һәм блогерҙарҙы әүҙемлеккә саҡырҙы, табиптар, белгестәр ярҙамында төплө аңлатыу эше алып барырға өндәне.
Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Рәсәй коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны тәүгеләрҙән булып эшләүен, уны ҡулланыу йәһәтенән дә байтаҡ тәжрибә тупланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, организмда COVID-19-ға ҡаршы вакцинациялауға кәртә була алмай.
Министр ошо көндәрҙә ауырлы ҡатындарға вакцина эшләү йәһәтенән тикшеренеүҙәр этабы үткәнен, препарат хәүефһеҙ икәнлеген иҫбатлауын әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн вакцинаны һынау бара.
Максим Забелин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта стационарҙарҙа ковидтың ауыр төрөнән дауаланыу үтеүселәр араһында вакцина яһатҡан кешеләр юҡ.
– Беҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә өйрәндек, үҙ алымдары, дарыуҙары, койка фонды бар. Иң мөһиме кешеләр беҙҙе ишетһендәр һәм прививка яһатырға ашыҡһындар ине, – тип йомғаҡланы һүҙен Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас