Сәләмәт булайыҡ
2 Июль 2021, 15:30

Сәләмәтлек поездары эшен дауам итә

19 апрелдән 30 июнгә тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында 181 белгес ҡатнашҡан, 35 287 кеше ҡабул ителгән.

Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 19 апреленән Башҡортостанда сираттағы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы башланды, “Сәләмәтлек поездары” республикабыҙҙың төрлө райондарына юл алды.

Бер нисә ай дауамында республика һәм район табиптары урындарҙа беренсе консультациялар уҙғара, лаборатор-диагностик тикшеренеүҙәр (ҡан анализдары, күҙҙең эске баҫымын үлсәтеү, ЭКГ, флюорография, УЗДГ һәм маммография) үткәрә, төрлө белгестәр профессиональ кәңәштәрен бирә, беренсе ярҙам күһәтә.
Поездар составында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика комплекстары эшләй. Стоматология модуле лә бар.
Теләгәндәр “тере сират” буйынса тикшерелеү үтеп, коронавирустан прививка яһата ала.
“Сәләмәтлек поездары” алты йүнәлеш буйынса хәрәкәт итә: Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Дыуан һәм Белорет маршруттары. Райондар араһын иҫәпкә алып, һәр автопоезд 5-10 районды үтә.
Өфө маршруты поезды әлеге ваҡытта Нуриман районында туҡтаған, 5 - 8 июлдә Красная Горка ауылында эшләйәсәк. Дыуан маршрутындағы поезд – Балаҡатай районында, 5 - 9 июлдә Ҡарлыхан ауылында эшләйәсәк. Нефтекама маршрутындағы поезд Яңауыл районында туҡтаған, унан Краснокама районына күсә, 5 - 6 июлдә Яңы Ҡайынлыҡ ауылында эшләйәсәк. Октябрьский маршруты поезы – Туймазы районында, 5 - 9 июлдә Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында буласаҡ. Стәрлетамаҡ маршруты поезы Мәләүез районында эшләйәсәк, 5 - 9 июлдә Әбет ауылында буласаҡ. Белорет маршрутындағы поезд әле – Бөрйән районында, 1-6 июлдә белгестәр Иҫке Собханғол ауылында, 7-9 июлдә Ырғыҙлы ауылында ҡабул итәсәк.
19 апрелдән 30 июнгә тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында 181 белгес ҡатнашҡан, 35 287 кеше ҡабул ителгән. 21965 тикшереү үткәрелгән, шул иҫәптән 14 110 флюорография, 7855 маммография эшләнгән. 1637 граждандың ҡанында - глюкоза күләме артыуы, 2311 граждандың ҡанында холестерин күләме артыуы теркәлгән. 3742 кешелә – юғары ҡан баҫымы, 2582 кешелә – артыҡ ауырлыҡ теркәлгән, 1965 кеше тәмәке тарта.
1187 социаль йәһәттән әһәмиәтле сир асыҡланған, шул иҫәптән 205 кешелә - яман шеш, 167 кешелә – шәкәр диабеты, 26 кешелә туберкулез, 789 кешелә гипертония ихтималлығы бар, бер кеше миокард инфаркты кисергәне билдәләнгән.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас