Сәләмәт булайыҡ
2 Июль 2021, 11:00

Тағы биш ауырыу вафат...

Cирҙе йоҡтороу осраҡтары Өфөлә (35 осраҡ), Белорет районында (30), Бәләбәй районында (17) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында (11) күбәйгән.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 155-кә артып, бөтәһе 41 655 кеше тәшкил итте. Тәүлек эсендә 72 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш пациент вафат булған.
Айырыуса сирҙе йоҡтороу осраҡтары Өфөлә (35 осраҡ), Белорет районында (30), Бәләбәй районында (17) һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында (11) күбәйгән. Әле стационарҙарҙа 464, амбулатор шарттарҙа 1 573 кеше дауалана. 32 ауырыуҙың хәле ауыр, өс пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Пневмония диагнозы 122 ауырыуға ҡуйылған, һуңғы тәүлектә 123 кешенең һауығыуы билдәле.
Республикала әлеге ваҡытта 184 прививка яһатыу пункты эшләй. Ваҡытында вакцина ҡаҙатһағыҙ, үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла сир хәүефенән һаҡларһығыҙ.
Фото:Yanzon.rbsmi.ru
Читайте нас